Международный
педагогический портал
Международный педагогический портал (лицензия на осуществление образовательной деятельности №9757-л, свидетельство о регистрации СМИ №ЭЛ ФС 77-65391)
8 (800) 350-54-64
звонок бесплатный
org.komitet@solncesvet.ru
Скидка 42% действует до 21.04
8 (800) 350-54-64
звонок бесплатный
org.komitet@solncesvet.ru
Vk Whatsapp Youtube
Лицензированный образовательный портал (лицензия №9757-л, СМИ №ЭЛ ФС 77-65391)
8 (800) 350-54-64
Название статьи:

Сценарий на 9 мая. | Галимова Рима Мусиновна. Работа №207104

Дата публикации:
Автор:
Описание:

Автор: Галимова Рима Мусиновна
ВНЕКЛАССНОЕ МЕРОПРИЯТИЕ

Еңеүгә - 73 йыл.
(Сценарий).
(Зал байрамса биҙәлгән. Ике яҡтан ике алып барыусы сыға.
(Һуғышҡа арналған музыка тауышы ишетелә.)
1-се алып барыусы:
1. Еңеү! Һағындырған данлы еңеү!
Ҡосакланы бѳгѳн илемде
Йѳрәктәрҙән шатлыҡ ташты урғып,
Бар донъяның баҫып киңлеген.
2-се алып барыусы:
2. Еңеү! Ҡояш балҡый бер битендә
Бер битендә моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдан шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән һаман йәш тама...
1-се алып барыусы:
Тарих… 22 июнь 1941 йыл. Таң атып килә. Ауылдар, ҡалалар йоҡоға талған. Тәмле тѳштәр күреп балалар йоҡлай.
Ҡапыл, бѳтә доньяны ҡурҡыныс бомба тауыштары баҫа… Немец фашистары беҙҙең илебеҙгә ут асалар. 1941 йылдан 1945 йылға тиклем һуғыш бара.
2-се алып барыусы:
Һуғыш! Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ ер яраһы, күңел яраһы, ватылған-емерелгән яҙмыш, ѳҙѳлгән ғүмер, яралы мѳхәббәт,
йәтимлек…
1
Ҡот осҡос һуғыш 1418 кѳн дауам итә. Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында 34 млн. 477 мең кеше һалдат шинелен кейҙе. Башҡортостан егеттәре-ҡыҙҙары ла яуҙа һынатманы. Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан 704 мең 448 кеше һуғышҡа
киткән. Батырлыҡ күрһәтеп 200 мең 810 кеше тѳрлѳ орден-миҙалдар
менән наградланға
1-се.алып барыусы:
9 май – иң оло һәм изге байрам. Ул бөтә халыҡ ғорурлығы, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө һәм әсе юғалтыуҙар көнө. Шуға ла беҙҙең өсөн унан да ҡәҙерлерәк дата юҡ.
Священная война көйөнә балалар сыға
1-се алып барыусы: 278 һалдат һәм офицер Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Муса Гәрәйевкә был исем ике тапҡыр бирелә. Тыуған ил азатлығы ѳсѳн республиканан бѳтәһе 297 мең 979 яугир башын һалған. Әлеге кѳндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш ветерандары һаны кәмегәндән-кәмей, сафтар һирәгәйә.
2-се алып барыусы: Иҫән булған ветерандарҙы хѳрмәтләргә, яуҙа ҡорбан булған һалдаттарҙы иҫтә тоторға, ҡәҙерләргә бурыслыбыҙ. Ә хәҙер яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алайыҡ…..
1-се алып барыусы: Бөйөк ватан һуғышы - оло тарихи ваҡиға. Тарихлы халыҡ- бәхетле халыҡ. Ул тарихи үткәнен һаҡлаусы, ирек, бәхет өсөн көрәшеүсе улдарын ололауы, онотмауы менән бәхетле.
1.Һәр нәмәлә бөгөн яңы һулыш. Идель Гиз
Яңы һулыш иҫкән елдәрҙә.
Ярҙарынын ташҡан йылғалар ҙа
Керпек ҡаҡҡан сәскә- гөлдәр ҙә.
2.Яңы һулыш һәр бер күҙәнәктә, Саф Азалия
Яңы һулыш һәр бер күңелдә.
Шатлыҡ килә.еңеү майы булып,
Нисәнсе ҡат тыуған илемә.
1.Ҡәҙерле ҡунаҡтар,бөйөк ватан һуғышы, тыл һәм хеҙмәт ветерандары! Һеҙҙе, атайҙар, олатайҙар, ағайҙар — фронтта туранан-тура ҡатнашыусылар...
2.Һеҙҙе әсәйҙәр, ѳләсәйҙәр, әбейҙәр — фронтҡа ярҙам итеүселәр...
1. Һеҙҙе бѳгѳнгѳ кѳндѳң бәхетле йәштәре, уҡыусылар!
2. Һеҙҙе еңеү байрамы менән бөтә йөрәктән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф , үҙегеҙгә һәм ғаиләгеҙгә,яҡындарығыҙға аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Еңеү байрамында һеҙҙең исемегеҙ изгелек һәм тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын.
1. Тарихтың һәр бите ҡәҙерле. Был элекке хаталарҙы ҡабатламаҫ, хәрби аңлашалмаусанлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн кәрәк. Донъялар тыныс, күк йөҙө аяҙ булһын,
2. 9 май – иң оло һәм изге байрам. Ул бөтә халыҡ ғорурлығы, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө һәм әсе юғалтыуҙар көнө. Шуға ла беҙҙең өсөн унан да ҡәҙерлерәк дата юҡ.
1.Быйыл 1941-1945 йылдарҙа Совет халҡының Бѳйѳк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңеүенә 73 йыл тулды. Тарих –ул халыҡ яҙмыштары төйөнө, заманалар һағышы. Яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ, аң менән томанлыҡ, яҡшы менән яман көрәше.
Линур 1. Һуғыш башланды
Йәшен булып осто был хәбәр:
Дошман беҙгә ҡаршы ут аскан!...
Гитлер бандалары илгә кергән,
Яна ауыл, яна ҡала... түгелә ҡан.
Алмаз 2. Бер кемгә лә бирмәҫ минең халҡым
Заводтарын, шахта, тау-ерен...
Үлемен һиҙеп ҡоторонған дошман
Ошо ерҙә табыр ҡәберен.
Ингиль.Намыҫ, азатлык һәм бәхет ѳсѳн
Ватан саҡыра беҙҙе кѳрәшкә.
Ватан ѳсѳн! Тыуған тупраҡ ѳсѳн!
Алға! Еңеүҙәргә, иптәштәр!
Ильсур 6 Партам ҡалды,
Ҡалды китаптарым,
Үкһегәндәй булды мәктәбем,
Ауыҙ итмәгәнгә иңрәп ҡуйҙы
Ҡырҡып алған ҡара икмәгем
Г Азалия 7.Тик ҡалманы намыҫ. Шуға һалдат
Иле ѳсѳн инер уттарға
Илем алдында ла ғорур башын
Эйә белмәҫ, һалмаҫ яттарға.
Ринат 9.Дошман ҡаса, ҡанға буяп Әшәке эҙен,
Европа буйлап атлай Улдарың һинең, Ғорурлан, илем!
Я.Идель Тапап йыртҡыс фашистарҙың
Яуызлыҡ кѳсѳн,
Станлинградты ҡанға тѳрҙѳ
Улдарың һинең, Ғорурлан, илем!
Мин- башҡорт балаһы йыры Аделина
2-се Алып барыусы Мөхәббәт, һалдат мөхәббәте.
Яҙғы килә, хәбәр итке килә
Минән һуң да йәшәр быуынға.
Беҙ бит һөйә белдек, тик ҡайһыбыҙ
Ҡайтып етә алманы туйына.
Ах, алые закаты – йыр Мустафина Лейсан
1-се Алып барыусы Яуҙарҙа татыным мин мөхәббәтте,
Ул тәүгеһе һәм ул бер ине.
Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр үптем,
Һәм ул тыуған ғәзиз ер ине.
Катюша бейеу
Егет егет буламы- башланғыс кластар
Алып барыусылар
2-се алып барыусы: Илебеҙ ѳсѳн ауыр кѳндәрҙә 1941 йылдың декабрендә республикабыҙҙа 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторола. Дивизияның командиры итеп Миңлеғәле Шайморатов билдәләнә. Башҡорт атлылары һуғышты 1942 йылдың 11 апрелендә Воронеждан башлап ебәрә. Аттар менән тимер танкыларға ҡаршы ҡыйыу күтәрелә. 1943 йылда Украинала Ворошиловградты азат итешәләр. Ошо һуғышта полковник Шайморатовҡа генерал-майор исеме бирелә. Ул был рейдта ҡаты яралана һәм үлеп ҡала. Дивизияның иң алдынғы 76 һуғышсыһына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
(Йыр Шайморатов генерал) Ильсур 5 класс
1-се алып барыусы: Һуғыш башланыу менән, дошман иң тәүҙә илебеҙ йѳрәге – Мәскәүгә ынтылды. Бѳтә совет халҡы дошманға ҡаршы кѳрәшкә күтәрелде. Бик күп юғалтыуҙар менән совет халҡы дошманды ѳңѳндә дѳмѳктѳрҙѳ. Был турала бер кем дә бер ҡасан да оноторға тейеш түгел. Беҙ һуғыш теләмәйбеҙ! Беҙ тыныслыҡ яҡлы! Күк йѳҙѳн ҡара болоттар ҡапламаһын, ҡояш үҙенең наҙлы, шифалы, йылы нурҙарын һибеп, беҙҙе ҡыуандырһын.
Йыр Офицеры
(Уҡыусылар шиғыр һѳйләйҙәр)
Зульфия Тѳҙәлә инде, тѳҙәлә
Ил тәнендәге яра,
Еңеүселәр һаны ғына
Йылдан йыл кәмей бара
Олатайҙар күкрәгендә САЛАУАТ
Миҙалдары сыңлайҙыр.
Илгә именлек яулаған
Батырҙарҙы данлайҙар
Беҙ еңеүгә уттар аша килдек,
Арыҫландар кеүек һуғышып
Бына шуның ѳсѳн, шуның ѳсѳн
Беҙгә бик-бик ҡиммәт ты-ныс-лыҡ!
(Йыр Олатайым мизалдары ) нач класс кыззары
1-се алып барыусы: Тыуған тѳйәгебеҙҙе нурлап яҙ килде. Ҡоштар оя ҡора, бала сығара. Йәй аҙағында туҡ башаҡтар менән сайҡалып ултырыр ѳсѳн баҫыуҙарыбыҙҙың дымлы тупрағына орлоҡ ята. Ваҡыт ағышы мәңгелек хәрәкәттә. Май беҙгә кѳләс ҡояшы, йылы елдәре, наҙлы яҙ һулышы менән генә ҡәҙерле түгел. Был кѳндѳ беҙгә ата-бабаларыбыҙ фашизмды тар-мар итеп, еребеҙгә йәшәүҙең үҙен ҡайтарҙы. Кешелек тарихындағы ҡанҡойғос ҡәһәрле һуғыш 9 Май кѳндѳ Совет иленең еңеүе менән тамамланды. Эйе…73-со тапҡыр илебеҙгә яңы һулыш, яңы кѳс-ҡеүәт, шатлыҡ менән Еңеү байрамы килә.
(Ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү Енеу салюты)
2-се алып брыусы: Беҙ хѳрмәтле ветерандарыбыҙға доньяға йәм биреп йәшәүҙәре ѳсѳн рәхмәт әйтергә, уларҙың алдында баш эйергә тейешбеҙ. Бѳгѳнгѳ сараны Советтар Союзы Геройы маршал Г.К. Жуковтың һүҙҙәре менән тамамлағы килә. Ул беҙгә мѳрәжәғәт итә, мѳхтәрәм ҡәрҙәштәр, ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙҙең менән бергә Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашҡан кешеләр йәшәй. Уларҙы байрамдарҙа ғына түгел, кѳндәлек тормошта ла ихтирам итегеҙ. Һуғыш ветераны һеҙҙән ярҙам һорамаҫ – автобуста, урамда, ғаиләлә үҙегеҙ иғтибарлы булығыҙ. Бының менән 1941-1945 йылдарҙа һеҙҙең ѳсѳн эшләгәндең бик бәләкәй ѳлѳшѳн генә ҡайтарырһығыҙ.
8 класс бейеу
( День Победы хор).
(һәр ваҡыт булһын ҡояш йыры).
Скачать работу
Пожалуйста, подождите.
x
×