Тема: Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар (әкиәт). Ҡылым һөйкәлештәрен ҡабатлау.
Дәрес төрө: Яңы материалды өйрәнеү, нығытыу.
Дәрес маҡсаттары:
Белем биреү: Ысын дуҫлыҡтың нимә икәнен, “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар” әкиәтенең йөкмәткеһе менән таныштырыу.
Үҫтереүсе: уҡыусыларҙың башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм ишетеү күнекмәһен, аралашыу оҫталығын үҫтереү.
Тәрбиәүи: дуҫлыҡҡа һөйөү тәрбиәләү.
Көтөлгән һөҙөмтәләр:
Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: Ысын дуҫлыҡтың нимә икәнен, “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар” әкиәтенең йөкмәткеһе менән таныштырыу.
Метапредмет (предмет- ара) УУЭ һөҙөмтәләре:
а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү,булған белемдәрен барлау, баһаларға өйрәнеү;
б) танып белеү: дуҫлыҡ менән шаярырға ярамау тураһында яңы мәғлүмәт алыу;
в) коммуникатив: бәйләнешле телмәр төҙөү, диалогта ҡатнашыу, үҙ- ара аралашыу.
Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: уҡыу процесына ыңғай мөнәсәбәттә булыу, ҡыҙыҡһына белеү, яңы белем алыуға ынтылыу.
Йыһазландырыу: дуҫлыҡты сағылдырған слайдтар, йыр, башҡорт теленең алфавиты.
Дәрес барышы: дәрес 45 минут бара.
Ойоштороу моменты: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.
Уҡытыусы эшмәкәрлеге: - Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә!
Дәрескә ниндәй кәйеф менән килдегеҙ?
Дәрестән шулай уҡ күңелле, шатлыҡлы кәйеф менән сығырға теләйһегеҙме?
Улай булһа, әйҙәгеҙ, бер- беребеҙгә яҡшы кәйеф теләп, алҡышлайыҡ (ҡул сабыу)
Уҡыусылар эшмәкәрлеге: уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар, уҡыусылар яуап бирә, хор менән ҡабатлайҙар.
Өйгә эште тикшереү: “Һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙылар” тексын тасуири уҡырға өйрәнеү, һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнеү.
Ҡунаҡҡа ҡасан килергә кәрәк?
Һуңлап килеү нимә ул?
Саҡырылған ваҡыттан алда килергә яраймы?
Ҡунаҡта рөхсәтһеҙ әйберҙәргә тотонорға яраймы?
Өҫтәл артына ҡасан ултырырға?
Ниндәй һүҙҙәр әйтергә ярамай?
Һыйланғандан һуң нимәләрҙән тыйылыр кәрәк?
Ҡунаҡта күпме ултырырға ярай?
Ҡайтыр алдынан нимә әйтергә кәрәк
Фонетик күнегеү өҫтөндә эш: 1) Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау: ә, ө, ҡ, ғ, ҫ, ҙ, һ, ү, ң.
2) Дуҫлыҡ- ул изге әйбер,
Уның менән шаярмайҙар.
Дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеп,
Татыу йәшәһен дуҫтар.
(ошо шиғыр юлдары аша уҡыусылар менән бергә дәрестең темаһын сығарыу, дәрестең маҡсаттары менән таныштырыу)
Инеш әңгәмә: Уҡыусылар менән дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу:
Уҡыусылар, һеҙ ысын дуҫлыҡ барлығына ышанаһығыҙмы?
Һеҙҙе дуҫығыҙ шаяртҡаны бармы?
Дуҫығыҙҙың шаяртыуына нисек ҡарайһығыҙ?
(уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау, уларҙың яуаптарын өҫтәй барыу)
Яңы тема:
Яңы һүҙҙәр менән таныштырыу:
көлгән- смеялся
ҡәҙер- ценить
терпе- ежик
дуҫлашыу- подружиться
яҡларға- защищать
ҡапыл- неожиданно
рәхәтләнеп- с удовольствием
ҡыланыш- выходки
Яңы һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлау
Яңы һүҙҙәрҙе рәт менән ҡабатлау
Яңы һүҙҙәрҙе ҡыҙҙар, малайҙар ҡабатлай
Яңы һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү
“Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар” әкиәтенең йөкмәткеһе өҫтөндә эш үткәреү:
Уҡытыусының әкиәтте тасуири уҡыуы
Уҡыусыларҙың әкиәтте үҙ аллы уҡыуы
Әкиәтте сиратлап уҡыуҙы ойоштороу
Әкиәтте тәржемә итеү
Әкиәтте тасуири уҡырға өйрәнеү
Һорауҙарға яуап биреү:
Урманда нимә йәшәгән?
Әсәһе уға һәр ваҡыт нимә тип әйткән?
Ҡыҫҡағойроҡ әсәһенең һүҙҙәренән көлгәнме?
Ҡуян балаһы ни өсөн урман буйлап йүгергән?
Уға нимә осраған?
Ҡуян балаһы терпе менән дуҫлашҡанмы?
Улар нимә тип һүҙ бирешкәндәр?
Бер көн ҡуян балаһы нимә эшләргә уйлаған?
Ул ҡапыл нимә эшләгән?
Терпе нимәгә әҙерләнгән?
Төлкө күренгәнме?
Ҡуян балаһы нимәне күреп, рәхәтләнеп көлгән?
Ул дуҫын нимә тип маҡтаған?
Терпе ни өсөн шатланмаған?
Дуҫтарға арналған йыр тыңлау.
Грамматик тема: Ҡылым һөйкәлештәрен ҡабатлау.
Ҡылымдың нимә икәнен иҫкә төшөрөү.
Ҡылымдарҙың теләк, шарт һөйкәлештәрен иҫкә төшөрөү.
Карточка менән эш:
бирелгән һөйләмдәрҙе уҡырға, дәфтәргә яҙырға, шарт һөйкәлешле ҡылымдарҙы табып, аҫтына һыҙырға.
Дуҫың булһа, һаҡла. Саҡырһалар, барырбыҙ. Ҡанаттарым булһа, осор инем. Үҙебеҙҙе яҡлай алмаһаҡ, беҙ ниндәй халыҡ! Кешене белгең килһә, ҡылығына ҡара, баланы белгең килһә, уйынына ҡара. Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй. Ат ысҡынһа, тотоп була, һүҙ ысҡынһа, тотоп булмай.Гөл булһам, үҫер инем, ел булһам, иҫер инем.
Өйгә эш биреү: “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар” әкиәтен тасуири уҡырға өйрәнеү, һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнеү.
Дәресте йомғаҡлау, эшмәкәрлеккә рефлексия:
-Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?
- Нимәгә өйрәндегеҙ?
- Дәрестән ниндәй кәйеф менән сығаһығыҙ?
(уҡыусылар яуап бирә, нимә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр, уҡыусылар үҙҙәренең эшен баһалап ҡул саба)
Баһа ҡуйыу: дәрестә актив ҡатнашҡан уҡыусыларға.
-
Все мероприятия на нашем портале проводятся строго в соответствии с действующим законодательством и ФГОС
-
Результаты олимпиад доступны моментально. Результаты участия в творческом конкурсе или публикации статей – в течение 1 рабочего дня
-
Участие в любом конкурсе – бесплатное. Вы оплачиваете изготовление документа только когда знаете результат