Хәйруллина Эльмира Фәрит ҡыҙы,
Өфө ҡалаһы ҡала округының
“25-се татар телен тәрәнәйтеп
өйрәнеүгә ҡоролған белем биреү үҙәге”
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү
учреждениеһының
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндә фонетик күнегеүҙәрҙең роле
Башҡорт теле- башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле.
Башҡортостан Республикаһында туған телде өйрәнеүгә иғтибар йылдан- йыл арта бара.
Туған тел менән бер рәттән башҡорт дәүләт телен өйрәнеү ҙә дауам итә.
Башҡорт телен уҡытыу буйынса дәреслектәр, һүҙлектәр күбәйә. Һуңғы йылдарҙа сыҡҡан электрон дәреслектәр ҙә башҡорт теле уҡытыусыларының эшен еңеләйтте. Шулай ҙа, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндә өндәрҙе дөрөҫ әйтергә, дәрес темаһын асыҡлау өсөн фонетик күнегеүҙәр мөһим роль уйнай. Ҡайһы бер дәрескә ярашлы фонетик күнегеү булмау сәбәпле, дәрестәргә үҙем фонетик күнегеүҙәр яҙҙым, башҡорт теле уҡытыусыларына тәҡдим итәм:
Башҡортостан- тыуған ерем,
Күл, тауҙарға бай илем.
Йылға, урман, алтынына
Барыһына бай илем.
***
Мин кем? Һин кем? һорауына,
Яуап ҡайтарып ҡара.
Дөрөҫ биргән яуабыңа,
Бишле алып һин ҡара.
***
Мин яратам уйнарға,
Һәм һүрәт төшөрөргә.
Минең дуҫым ярата,
Түңәрәккә йөрөргә.
***
Минең тыуған йортом бар,
Яратҡан бүлмәм дә бар.
Үҙемдең бүлмәмдә мин,
Үҙемде тыныс тоям.
***
Ҡыш көнө ниндәй рәхәт,
Саңғыларҙа шыуабыҙ.
Саналарға тейәлеп,
Тауҙарҙан да еләбеҙ.
***
Яңы йыл! Яңы йыл!
Яңы йыл беҙгә килә.
Яңы йыл яҡты өмөттәр,
Шатлыҡтар алып килә.
***
Күңелле бит ҡыш көнө,
Рәхәтләнеп уйнайбыҙ.
Ҡар бәрешеп, сана шыуып,
Күңелле бит йәшәйбеҙ.
***
Үҫә урман, яландарҙа,
Төрлө- төрлө үләндәр.
Мәтрүшкә, юл япрағы,
Һәр ваҡыт ярҙам итә.
***
Мин икмәкте яратам,
Уның ҡәҙерен беләм.
Икмәкһеҙ был донъяла,
Йәшәй алмауын беләм.
***
Беҙҙең түтәлдә үҫә,
Ҡыяр, борсаҡ, кәбеҫтә.
Көҙ көнө уңыш йыябыҙ,
Рәхәтләнеп ашайбыҙ.
***
Әсәйем күлдәк алды,
Күлдәк бигерәк килешә.
Яңы күлдәк кейеүемә,
Күңелем бит шатлана.
***
Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен,
Тере саҡта беләйек.
Ҡәҙер- хөрмәт күрһәтеп,
Бәхетле беҙ итәйек.
***
Яҙ етте, яҙ етте,
Ҡара ҡарғалар ҡайтты.
Ағастар бөрөләнде,
Тәбиғәт тә уянды.
***
Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ,
Тыуған яҡҡа ҡайтып сыҡ.
Бәхет, шатлыҡ алып ҡайт,
Һағынған бит тыуған яҡ.
***
Башҡортостан тәбиғәте,
Иҫ киткес матур.
Ә уның йылғалары,
Көмөш кеүек ялтыр.
-
Все мероприятия на нашем портале проводятся строго в соответствии с действующим законодательством и ФГОС
-
Результаты олимпиад доступны моментально. Результаты участия в творческом конкурсе или публикации статей – в течение 1 рабочего дня
-
Участие в любом конкурсе – бесплатное. Вы оплачиваете изготовление документа только когда знаете результат