Мәсетле район мәғәриф идаралығы.
Дәрес- конспект
«Тыуған ерҙең ҡото- Салауат!»
( Өлкән төркөм балалары өсөн)
Тәрбиәсе: Садиҡова Венера
Сибәғәт ҡыҙы
Мәсетле районы Тайыш ауылы
балалар баҡсаһы
2021й.
Маҡсат: балаларҙы Салауат Юлаевтың бала сағы, батырлығы, көрәше тураһында мәғлүмәттәр менән таныштырыу, тыуған тәбиғәткә, тыуған яҡҡа ҡарата мөхәббәт тәрбиәләү, халыҡ бәхете өсөн көрәшкән кешеләргә ихтирам тойғоһо уятыу.
Йыһазлау: «Башҡортостан тәбиғәте” – картина, магнитофон яҙмаһы, Салауат Юлаев тураһында картиналар, китаптар.
Һүҙлек эше: импровизатор, һәйкәл, балдай татлы.
1 этап- Салауат Юлаевтың бала сағы.
2 этап- Салауаттың шиғырҙары
3 этап- Ял минуты. «Ҡурай уйыны» .
4 этап- Халыҡ уны онотмай. «Ҡобайыр йырлау»
5 этап- Өфөләге һәйкәл тураһында
6 этап- Йомғаҡлау.
Дәрес барышы:
Балалар
зал
ғ
а
инеп
ултыралар
.
Улар
ҙ
ы
ң
алдында
тыу
ғ
ан
я
ҡ
т
ә
би
ғә
т
е
-
картина. Магнитофон
та
ҫ
ма
һ
ында
ҡ
урай
мо
ң
о
я
ңғ
ырай
.
Салауат
Юлаев
тура
һ
ында
ши
ғ
ыр
һөйләү
.
Башҡорт
улы
-
батыр
Салауат
Урал тауҙа- илдә бер ине,
Күп интеккән зарлы башҡорт халҡын
Яҡты көнгә сығарған ир ине.
Балалар
, был
шиғ
ыр
ҙа
кем
тураһында
һүҙ
бара
?
Эйе, башкорт халҡының батыр улы Салауат Юлаев тураһында.
-Һеҙ уның тураһында ишеткәнегеҙ бармы?
Бөгөн беҙ уның тормошо, батырлығы тураһында һөйләшербеҙ.
Салауат Юлаев беҙҙең күрше Салауат районында Тәкәй ауылында тыуып үҫә . Ул уйсан, күп һөйләшмәй торған малай булып үҫә. Кесе йәштән үк тәбиғәтте ярата.
Йүрүҙән йылғаһын, Салауат мәмерйәһен күрһәтеү.
Балалар, матурмы, һеҙгә оҡшаймы был ер.
-Эйе, әлбиттә, матур. Урман, бейек тау , тау аҫтында йылға. Ә ниндәй йылға был? (Йүрүҙән)
- Бына ошонда Салауат йөрөгән дә инде. Бында уның мәмерйәһе бар.
- Салауат бәләкәй саҡта әкиәт тыңларға яратҡан. Уның атаһы Юлай Салауатҡа өс йәш булғанда беренсе тапҡыр ат өҫтөндә йөрөргә өйрәткән. Үҫә төшкәс , ул иптәштәре менән бергә аусы, һуғыш уйындарын яратып уйнай. Ул башҡорттарҙа киң таралған ярыштарҙа: уҡтан атыу, ат өҫтөндә йөрөү, көрәш, тоҡ кейеп йүгереүҙәрҙә еңеп сыға торған булған. Тимәк ул етеҙ, көслө булған.
Ҡайһы саҡ ул тауға, урмандарға бер үҙе генә барыр булған. Бер ваҡыт уның атына айыу һөжүм иткән. Айыу менән һуғышып, ул уны еңгән. Ул ҡурҡыу белмәҫ, көслө булған. Ләкин ул көс менән генә түгелшиғыр һәм йырҙар сығарып йырлаған, ҡурайҙа уйнай белеүе менән билдәле булған. Бындай кешене халыҡ шағир- импровизатор тип әйтә.
-Әйҙәгеҙ әле , балалар, был һүҙҙе бергәләп әйтеп ҡарайыҡ. Иҫегеҙҙә нығыраҡ ҡалыр.
2. Ул үҙенең шиғырҙарында тыуған яҡты маҡтап яҙыр булған. Бер шиғырын хәҙер Алтынай һөйләп ишеттерер.
Минең тыуған ҡырҙарым
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым,урманым,-
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
Бына
нисек
итеп
яҙған
ул
тыуған
яғы
тура
һында
.
Яратмаҫлыҡмы ни беҙҙең тыуған яҡты?!
Әйҙәгеҙ әле, ошо матур тәбиғәт ҡосағында беҙҙә ял итеп алайыҡ.
3.Ял минуты. Башҡорт халыҡ уйыны «Ҡурай»
Ҡурай, балалар, башҡорт халҡының яратҡан музыка ҡоралы. Һеҙ ҡурай тураһында нимәләр ишеткәнегеҙ бар? (Балаларҙан «Ҡурай» шиғырын һәм «Ҡурайсы» әкиәтен һөйләтеү).
4. Халыҡ уны онотмай, иҫкә ала. Салауат районында уның музейы бар. (картина күрһәтеү). Уның тыуған ауылынан Вәдиға исемле бер апай уға бағышлап ҡобайыр яҙған. Ҡобайыр йырлау: «Һай, Салауат!»
Һай, Салауат, Салауат, .
Яҡташым һин, Салауат
Һинең яҙған йырҙарың
Беҙҙең өсөн аманат.
Йүрүҙән һыуын кистең,
Көҫкәнде һыуын эстең
Бөркөт аулап һауала
Батырым булып үҫтең.
Тыуған илде һөйҙөң
Илең өсөн көйҙөң һин
Кәрәк саҡта дошманды
Ҡаратауҙай өйҙөң һин .
Шәжәрәңде юғалтмай
Тыуып тора батырҙар,
Кәрәк саҡта ил өсөн
Батыр булып ҡайтырҙар.
5. Баш ҡалабыҙ Өфө лә уға һәйкәл ҡуйылған. Балалар, бына нисек һүрәтләнгән ул.(скульптураһын күрһәтеү).
-Атҡа атланған, көслө ҡулы менәнтеҙгенде тартып тотҡан. Кейем, ҡоралдары уның башҡорт халҡыныңбатыр улы икәнен күрһәтеп тора. Беҙҙең республика ла уның исеме менән бер район, ҡала һәм хоккей командаһы йөрөтөлә.
Йомғаҡлау. Уйын «Кем еңәр»
(һорауҙарға яуаптар)
!. Беҙ бөгөн кем тураһында һөйләштек? Эйе, дөрөҫ.Халыҡ батыры Салауат Юлаев тураһында.
Кем
бул
ған
ул
С.
Юлаев
?
–
Эйе
,
батыр
,
шағир
бул
ған
.
Ул
һеҙҙ
е
ң
күңелдә
нисек
ҡалды
?
-көслө, ҡурҡыу белмәҫ батыр, тыуған илен яратҡан, ҡурайҙа уйнаған, шиғыр яҙған.
-Шулай, балалар, тыуып үҫкән гүзәл тәбиғәтте яратырға, һаҡларға кәрәк. Тыныслыҡ өсөн көрәшкән кешеләрҙе, батырҙарҙы оноторға ярамай.
-
Все мероприятия на нашем портале проводятся строго в соответствии с действующим законодательством и ФГОС
-
Результаты олимпиад доступны моментально. Результаты участия в творческом конкурсе или публикации статей – в течение 1 рабочего дня
-
Участие в любом конкурсе – бесплатное. Вы оплачиваете изготовление документа только когда знаете результат