Международный
педагогический портал
Международный педагогический портал (лицензия на осуществление образовательной деятельности №9757-л, свидетельство о регистрации СМИ №ЭЛ ФС 77-65391)
8 (800) 350-54-64
звонок бесплатный
org.komitet@solncesvet.ru
8 (800) 350-54-64
звонок бесплатный
org.komitet@solncesvet.ru
Vk Whatsapp Youtube
Лицензированный образовательный портал (лицензия №9757-л, СМИ №ЭЛ ФС 77-65391)
8 (800) 350-54-64
Название статьи:

Дидактик уйын «Тыуған яғымдың ағастары» | Батурина Ильнара Хасановна. Работа №312498. Номер работы: №312498

Дата публикации:
Автор:
Описание:

Дидактик уйын

«Тыуған яғымдың ағастары»

Маҡсат: тыуган яҡтың ағастары тураһында балаларҙың күҙаллауын киңәйтеү; ағасты, япрағы менән емешен(орлоғон) билдәләре буйынса  танып айыра белеүҙе  үҫтереү;тыуған яҡ үҫемлектәренә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү,телмәрҙе, хәтерҙе, иғтибарҙы үҫтереү.

Уйын тәртибе. Тәүге түңәрәккә ағастар,икенсеһенә- япрағ ы һәм  емеше(орлоғо) һүрәтләнгән карточкалар һалына.Бала ағасты танып атап әйтә, мәҫъәлән имән,икенсе түңәрәкте шылдырып имән ағасының япрағын, емешен ағасҡа тап килтереп ҡуя.

            

  

 

 

                           

Дидактик уйын

“Дөрөҫ  тап”

 

Маҡсат: балаларға  Рәсәйҙең, Башҡортостандың,Күгәрсен районының флагын,гербын,картаһын танып атап әйтә белергә  һәм дөйөмләштереп төркөмләй белергә өйрәтеүҙе үҫтереү;тыуған иленә,республикаһына,тыуған төйәгенә һөйөү тәрбиәләү.

Уйын тәртибе. Тәүге үңәрәккә флагтарҙы,икенсеһенә- карталарҙы,өсөнсөһөнә- гербтарҙы һалып сыҡҡас,балаларға төркөмләргә тәҡдим итеү .Бала түңәрәктәрҙе шылдырып илдең,республиканың,райондың символдарын бер һыҙыҡҡа теҙеп ҡуя.

 

 

 

                        

 

 

 

 

 

 

Дидактик уйын 

“Һандарҙы өйрәнәм”

 

Маҡсат: Балаларҙы  һандарҙы таный белеүҙә күнектереү;балаларҙың иғтибарын,хәтерен,телмәрен үҫтереү.

 

Уйын тәртибе. Беренсе түңәрәккә һандар яҙылған карточкалар, икенсеһенә - ваҡ түңәрәктәр төшөрөлгән карточкарар һалына;бала, ваҡ түңәрәктәрҙең иҫәбенә  ярашлы һанды табып, һандың ҡаршыһына түңәрәкте шылдырып  ҡуя.

  

                         

 

 

 

 

 

 

 

Дидактик уйын 

“Ниндәй хайуандың балаһы?”

 

Маҡсат: балаларҙың йорт хайуандары тураһындағы белемдәрен асыҡлау,киңәйтеү;хайуандарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; уйлау,фекерләү һәләтен үҫтереү;бармаҡ суҡтарының ваҡ моторикаһын үҫтереү,һүҙ запасын арттырыу;

 

Уйын тәртибе. Бала түңәрәктәге һүрәттәргә ҡарап оло хайуанды танып атап әйтә.Ниндәй хайуандар рәтенә ингәнен әйтә(йорт хайуаны).Ҡыҫтырғыстарға  йәбештерелгән һүрәттәр араһынан тейешле хайуандың балаһын дөрөҫ табып  йәнәшә беркетеп ҡуя.

 

                              

                                     

 

 

 

Дидактик уйын

 “Ниндәй фигураға оҡшаған?”

 

Маҡсат: балаларға геометрик фигураларҙы (түңәрәк,өсмөйөш, квадрат,тура дүртмөйөш) таный һәм уларға оҡшаш предметтарҙы таба, әйтә белергә өйрәтеү. Балаларҙың иғтибарын, хәтерен,телмәрен үҫтереү.

Уйын тәртибе.  Иң өҫтәге,өсөнсө  түңәрәккә геометрик фигураларҙы теҙеп һалырга. Беренсе һәм кенсе түңәрәктәргә карточкалағы һүрәттәр ҡуйыла,һүрәттәрҙе атап әйтеп сығырға,һүрәттәге әйберҙәр башҡорт халҡының көнкүрешендә ҡулланыла  торған әйберҙәр һүрәтләнгәнен билдәләп китеү.Геометрик фигуралар йәнәшәһенә  түңәрәктәрҙе шылдырып, фуригураға  оҡшаған карточкалағ ы  һүрәттәрҙе бер һыҙыҡҡа йыйып ҡуя.

Прикрепленные файлы:
d3de862637f4714b7d2cfff060e3e9cc.docx
Пожалуйста, подождите.
x
×