Поможем подготовиться к аттестации! Получите готовые документы!
Международный
педагогический портал
Международный педагогический портал (лицензия на осуществление образовательной деятельности №9757-л, свидетельство о регистрации СМИ №ЭЛ ФС 77-65391)
8 (800) 350-54-64
звонок бесплатный
org.komitet@solncesvet.ru
8 (800) 350-54-64
звонок бесплатный
org.komitet@solncesvet.ru
Vk Whatsapp Youtube
Лицензированный образовательный портал (лицензия №9757-л, СМИ №ЭЛ ФС 77-65391)
8 (800) 350-54-64
Название статьи:

Разработка внеклассного мероприятия "Сынавья деда Сабыра" | Кудашева Римма Самигулловна. Работа №213875

Дата публикации:
Автор:
Описание:

Автор: Кудашева Римма Самигулловна
Разработка внеклассного мероприятия для школьников на башкирском языке.

 

Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы

муниципаль районының

Һабыр ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе”

муниципаль мәғариф бюджет учреждениеһы

 

 

Класстан тыш сара өсөн сценарий.

“Һабыр ҡарт вариҫтары”

 

 

 

 

 

 

Төҙөнө: Ҡоҙашева Римма Сәмиғулла ҡыҙы,

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

1-се категориялы уҡытыусы.

 

2017

 

Сценарий “Һабыр ҡарт вариҫтары”

Урман. А.Алтынай еләк йыя- йыя килеп инә.

Ҡыҙҙар, апайҙар! Аҡтау башына менегеҙ! Бында еләк күүүүп! (еләк йыя).

Ҡыҙҙар килеп инә, көлөшәләр, еләк йыялар, ашайҙар.

Алтынай Был минең баҡсам, теймәгеҙ! Китегеҙ!

1-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, ял итеп алайыҡ, тырыздарыбыҙ тулды бит инде.

2-се ҡыҙ. Әле иртә, ҡояш төшлөккә лә етмәгән.

3-сө ҡыҙ. Эйе шул, ҡыҙҙар, үҙебеҙҙең Аҡтауға сыҡҡанда тирә- яҡты ҡарап, Һаҡмарҙың матурлығына һоҡланып, уйнап- көлөп алайыҡ. Киске уйынға ла сыҡҡаныбыҙ юҡ!

4-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, “Беҙ, беҙ, беҙ инек”те уйнайыҡ! (Әйҙәгеҙ!!)

Беҙ, беҙ, беҙ инек,

Беҙ ун ике ҡыҙ инек!

Баҙға төштөк май ашаныҡ!

Келәткә керҙек бал ашаныҡ!

Бер таҡтаға йыйылдыҡ!

Таң атҡансы юҡ булдыҡ!

Алтынай ҡыҙҙарҙы төрлөсә көлдөрә, Лиана көлә.

Ҡыҙҙар –Лиана көлдө, уға ниндәй наказ бирәбеҙ?

1-се ҡыҙ. Әйҙә, Лиана, Һабырҙың легендаһын һөйлә, һиңә бит өләсәйең һөйләгән. (Һөйлә! Һөйлә!)

Лиана .Эйе шул. Өләсәйем миңә Һабыр батыр тураһында күп һөйләне. Ул бит ошо ауылыбыҙға нигеҙ һалыусы. Беләһегеҙме, беҙҙең ауыл тәүҙә анааау туғайҙа(күрһәтә), Һаҡмар йылғаһы буйында булған. Ҡаҙаҡтар барымтаға килгәндәр, һабырҙарҙың көтөү- көтөү малын, ҡыҙҙарын урлар булғандар. Шунан Һабыр батыр уйлаған- уйлаған да, ошо тау башына күсергә ырыуҙаштарын күндергән. Ауыл тәүҙә Ахун тип аталған булған. Һуңынан, Һабыр батыр үлгәс, ауылды уның хөрмәтена- “Һабыр” тип йөрөтә башлайҙар. Бына шулай, ҡыҙҙар, тарихты белергә кәрәк!

Уйын дауам итә. Был юлы Заһиҙә көлә.

2-се ҡыҙ.Бейеһен!

Ҡыҙҙар. Заһиҙә йырлаһын!

Заһиҙә йырлай. Әллиләү генәйем, бәллиләү генәйем.

Әсмәбикә тыпырҙатып,

Бейеп килә генәйем.

Иртә лә кил, кис тә кил.

Тәҙ(е)рәмде сирт тә кил.

Сиртеүеңдән танырмын да,

Ҡаршы сығып алырмын!

 

Уйын дауам итә. Был юлы Алтынай көлә.

2-се ҡыҙ. Ул матур бейей, әйҙә бейе, Алтынай!

Алтынай. Мин яңғыҙым бейергә оялам бит әле, әйҙә, Көнһылыу, икәүләп бейейек!

Көнһылыу. Әйҙә һуң, бейейек!

Ҡыҙҙар таҡмаҡ әйтә, А.Алтынай ҡумбыҙҙа уйнай.

Тирәк, тирәк, тирәк- тирәк

Тирәк- тирәккәйем.

Һаҡмарҙа тирәккәйем.

Һаҡмар һыуҙың ҡамышы кеүек,

Һылыу һин гүзәлкәйем.

Тирәк, тирәк, тирәк- тирәк

Тирәк- тирәккәйем.

Һаҡмарҙа тирәккәйем.

Ағын һыуға ҡаршы йөҙмә

Талыр бит беләккәйең.

Тирәк, тирәк, тирәк- тирәк

Тирәк- тирәккәйем.

Һаҡмарҙа тирәккәйем.

Минең йөрәккәйем яна,

Янамы йөрәккәйең.

3-сө ҡыҙ. Еләккә килгәндә, еләк тураһында йырламаһаҡ, дөрөҫ булмаҫ, инде еләк тураһында йырлашып алайыҡ.

1)Аҡтау буйы еләклек, әйҙә киттек еләккә!

Бында еләк күп икән, айыу- бүре юҡ икән!

 

2)Еләк йыям, ҡаҡ ҡоям, әсәйемә бүләккә.

Бында еләк күп икән, айыу- бүре юҡ икән!

 

Айыу тауышы ишетелә, ҡыҙҙар ҡурҡып бер мөйөшкә өйөләләр.

Нуриман. Егеттәр! Ҡыҙҙар бында, килегеҙ! Сәләм бирҙек, ҡыҙҙар!

Ҡыҙҙар.Сәләмегеҙҙе алдыҡ.

Нуриман.Тауышығыҙ сағыу икән, бесәнлеккә ишетелеп тора. Бесән сабып йөрөнөк тә, ялға туҡтағас, һеҙҙең янға килеп китергә булдыҡ.

Ильяс. Эш эш менән, ял итергә лә кәрәк, эйе бит, ҡыҙҙар?

Артур. Тырыздарығыҙ ҙа тулған, ҡайтырға иртә. Ситән үреп алайыҡмы әллә?

Теҙелеп торалар, йырлап йөрөйҙәр.

Кил бейергә, кил йырларға,

Ҡырға сығып уйнарға.(2 тап)

Йәшел сирәм, ситән үрәм,

Һай!

Ситән үреп уйнарға!

Ситән үрәм, ситән үрәм.

Кил ситән үрешергә!

Беҙ аҡҡоштай яңғыҙ икән,

Һай!

Бер күреп һөйләшергә!

Ситән үрҙек

, төҙ түгел дә,

Уны нисек төҙләрбеҙ.

Үтәм тиһәң, үтеп булмай.

Һай!

Үтә сираҡ үргәнбеҙ.

А.Алтынай. Ситәнде һүтәйекме инде?

Бөтәһе бергә. Һүтәйек! (Һүтеләләр)

Көнһылыу. “Түңәрәк” уйынына баҫайыҡ!

Йәйҙең матур кистәрендә

Беҙ киләбеҙ уйынға.

Күңел асып, ял итергә

Һаҡмар һыуҙың буйына.

Һай, туғай, туғай,туғай, туғай.

Туғайҙа һайрай турғай.

Һаман шулай һайрай турғай

Беҙгә һоҡлана буғай.

Түңәрәктә уйнағанда

Әйләнеп йырлағанда.

Түгелә йөрәк серҙәрем,

Шишмәләй ҡайнап аға.

Һай, шишмә, шишмә, шишмә,шишмә.

Һыуы һалҡын, күп эсмә.

Эштә ялҡын кеүек эшлә,

Берәүгә лә бирешмә!

Кил яныма, бир ҡулыңды,

Әйҙә, уйнайыҡ бергә.

Уйнайыҡ та, йырлайыҡ та,

Нур тулһын йәш күңелгә.

Һай, туғай, туғай,туғай, туғай.

Туғайҙа һайрай турғай.

Һаман шулай һайрай турғай

Беҙҙе һағына буғай.

С.Ильяс. Әйҙәгеҙ, ҡапма- ҡаршы әйтешеп алайыҡ!

 

Егеттәр: Уйнаһаҡ та, йырлаһаҡ та

Гармун ҡулдарыбыҙҙа.

Алһыу гөлдәр сәскә атһын,

Йөрөгән юлдарыбыҙҙа.

 

Ҡыҙҙар: Алын алырһығыҙмы,

Гөлөн алырһығыҙмы,

Урталарға сығып һайлап,

Кемде алырһығыҙмы?

 

Егеттәр: Алдарын да алырбыҙ,

Гөлдәрен дә алырбыҙ.

Күңелебеҙгә кем оҡшаһа,

Шуны һайлап алырбыҙ.

Ҡыҙҙар: Ағас башы аҡ мамыҡ,

Былбыл яһай ояны.

Тулған айҙай нурлы йөҙөң

Балҡыталыр донъяны.

 

Бергәләп: Алтын икән илебеҙ,

Көмөш икән илебеҙ.

Алтын, көмөш сыҡҡан ерҙән,

Артыҡ икән илебеҙ.

Ҡыҙҙар. Төш тә етә, ҡайтайыҡтар инде. Әсәйҙәр эҙләп бөтөр.

Һау бул, Аҡтау!

Рәхмәт еләгең өсөн!

Киләһе

йыл тағ

ын да килербеҙ әле!

(Егеттәр ҡыҙҙарҙың һауыттарын тотоп, етәкләшеп сығалар).

Скачать работу
Пожалуйста, подождите.
x
×