Рәшит Назаров"Осто йөрәк йондоҙҙарҙан бейегерәк" | Мой кабинет. Работа №351644
Маҡсат: Шағир Рәшит Назаровтың тормошо һәм ижад юлы, шиғырҙары менән таныштырыу, сәхнә оҫталары үрнәгендә уҡыусыларҙың лирик әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу һәләттәрен үҫтереү, шағирҙың ижадына һәм шәхесенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү уятыу,уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.Сарала шағирҙың шиғырҙары уҡыла, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар башҡарыла.
Республиканская научно-практическая конференция
“Назаровские чтения”
Номинация “Лучшая разработка внеклассного мероприятия”
Осто йөрәк йондоҙҙарҙан бейегерәк
(на башкирском языке)
Габдуллина Лениза Мухаметнуровна,
учитель башкирского языка и литературы
МОБУ СОШ с.Старокатаево
МР Бакалинский район Республики Башкортостан
Бакалы-2022
Маҡсат: Шағир Рәшит Назаровтың тормошо һәм ижад юлы, шиғырҙары менән таныштырыу, сәхнә оҫталары үрнәгендә уҡыусыларҙың лирик әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу һәләттәрен үҫтереү, шағирҙың ижадына һәм шәхесенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү уятыу,уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Р.Назаровтың китаптары, портреты,ноутбук, телевизор, Рәшит Назаров тураһында материалдар тупланған папка, плакат. Таҡтала яҙыу: “Рәшит Назаров – шиғриәтебеҙҙең тантанаһы ла, фажиғәһе лә…”
“Гениаль шиғри шәхес, феноменаль фекер эйәһе” (Р.Бикбаев).
Сара барышы:
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!Кәйефтәр нисек?
Уҡытыусы:Һәр халыҡтың йөҙөк ҡашы булырҙай үҙ әҙиптәре бар. Урыҫ әҙәбиәтен донъяға Л.Н.Толстой, А.С.Пушкин, М.Ю.Лермонтов, И.А. Крылов һәм башҡалар танытһа,татарҙар Ғабдулла Туҡай,Абдулла Алиш, Муса Йәлил, Роберт Миңнуллиндарҙы үҙ итә, сыуаштар Яков Ухсай менән ғорурлана. Ә башҡорт әҙәбиәтен ҡайһы әҙиптәрҙең ижады билдәләй? Ниндәй яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы беләһегеҙ?Иҫкә төшөрәйек әле.
- М.Кәрим, З.Биишева, Р.Ғарипов, Ш.Бабич, М.Аҡмулла...
Уҡытыусы: Эйе, башҡорт әҙәби мөхитендә талантлы яҙыусылар һәм шағирҙар ифрат күп.Яҡташыбыҙ Нәжиб Асанбаев та ихтирамға лайыҡ әҙип.Ул башҡорт әҙәбиәтендә берҙән-бер драматик трилогия ижад иткән яҙыусы.
Ә бөгөн беҙ, егеттәр-ҡыҙҙар,әҙәбиәтебеҙ күгендә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә сағыу йондоҙ булып ҡалҡҡан һәм мәңгелеккә яҡтылыҡ, нур ҡалдырған Рәшит Назаров тигән бөйөк шағир һәм уның ижады менән танышасаҡбыҙ.Таҡталағы Рауил Бикбаев һүҙҙәрен аңлатыу.
“Йәшен” шиғырын уҡытыусы уҡый
1-се алып барыусы.Башҡорт әҙәбиәтенә йәшен булып килеп ингән Рәшит Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында Фатима һәм Сәйетбаттал Назаровтарҙың алты балалы ғаиләһендә бишенсе булып донъяға килә. Төрөмбәт урта мәктәбен тамамлай һәм шул ауылда колхозда эшләй. Ябай ауыл малайы, башҡа иптәштәре кеүек , йылға буйҙарын ярата.Уҡытыусылары, туғандары әйтеүенсә, иҫ киткес күп уҡый, ауыл һәм мәктәп китапханаһында ул уҡымаған китап ҡалмай.Тәүге шиғырҙарын 11 йәшендә яҙа.Рәшит Назаровтың шиғырҙары, нәҫерҙәре, хикәйәләре матбуғатта 1962 йылдан баҫыла башлай.15 йәшендә шундай шиғри юлдар яҙа:
Алтын матур, алтын ҡиммәт,
Тик алтын була һалҡын.
Һин дә алтындай бул, ләкин
Эсеңдә булһын ялҡын!
2-се алып барыусы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Н.Нәжми үҙенең бер мәҡәләһендә Р.Назаровты былай хәтерләй: ”10-сы класта уҡып йөрөгән Төрөмбәт ауылы малайын Яҙыусылар союзына саҡырттыҡ.Был ғәжәйеп малайҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күргебеҙ килә ине. Ул килде, беҙ шиғырҙарын уҡыныҡ, ул өндәшмәй тик ултырҙы.Шул саҡ Б.Бикбай:” Үҙең Рәшит, үҙең Назаров- ике ҙур шағирҙың исемен бергә ҡушҡанһың,онотма!”-тине”.
Уҡытыусы:
- Баязит Бикбай ниндәй ике ҙур шағир тип ҡайһы шағирҙарҙы күҙ уңында тотто икән?Һеҙ уларҙың ижады менән танышһығыҙ.
- Рәшит Ниғмәти һәм Назар Нәжми.
1-се алып барыусы.Йәш талант көнө-төнө ял белмәй: лирик шиғырҙар, мәҫәлдәр,нәҫерҙәр, хатта сатирик һәм юмористик әҫәрҙәр, поэмалар ижад итә!Ана шул 1962 йылда ғына ла Рәшит Назаров 265 шиғыр яҙа(6840 шиғри юл).Шулай ашығып-ашҡынып илһам тулҡындарында йөҙә ул, әйтерһең, йөрәге фажиғәле киләсәген тоя.
2-се алып барыусы. Көнөнә икешәр-өсәр, хатта ҡайһы саҡта дүртәр-бишәр шиғыр тыуа егет күңелендә. Араларында “Йөрәк”, “Хәҙерге”, “Япраҡ”,”Күк йылмая”, “Бәхет”, “Ун һигеҙ йәш миңә, ун һигеҙ йәш”,”Төн” һәм башҡа һәр кемде хайран ҡалдырырлыҡ шиғырҙар бар.Шулай итеп, 17-18 йәшендә Рәшит Назаров үҙен шағир ҙа, прозаик та, сатирик та, философ та итеп таныта!
Уҡытыусы.Иң билдәле шиғырҙарының береһен тыңлайыҡ- “Йөрәк”.Уны һәм сара башында һеҙ ишеткән “Йәшен” шиғырын мин Рәшит Назаров ижадының визит карточкаһы тип атар инем.”Йөрәк” шиғырына көй яҙылған.Уны Вильдан Яруллин башҡарыуында ишетерһегеҙ.
1-се алып барыусы.1963 йылдың аҙағынан 1966 йылдың башына саҡлы Р.Назаров һалдат бурысын атҡара. Ул Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында хеҙмәт итә.Унда ла ҡәләме ҡулынан төшмәй ижадсының. Һалдат хеҙмәте, әсә, тыуған ил, ер темаларына мөрәжәғәт итә. “Һалдат тормошо”,”Мин һалдатмын”,”Бәхет йыры” шиғырҙары шунда тыуа.
Мин һалдатмын.Илдең бер һалдаты.
Яңы дуҫтар- бөркөт кеүектәр,
Кемдер үҫкәс һалдат була,ә беҙ
Һалдат булып тыуҙыҡ ҡырҡ дүрттәр.
2-се алып барыусы. 1965 йылда ,отпускыға ҡайтҡас, “Ағиҙел” журналы редакцияһында күп кенә яңы шиғырҙарын ҡалдыра.Ул армияла саҡта, 1965 йылда, “Таңды ҡаршылау” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы, 1970 йылда “Ҡояш юлы буйлап” тигән икенсе китабы нәшер ителә. Ике йыйынтыҡ та шиғриәттә оло күренеш, ҙур яңылыҡ була. Рәшит Назаровтың әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәте тарихы биттәрендә мәңгелеккә урын ала.
1-се алып барыусы.”Рәшит Назаров әҙәбиәт күгендә иң яҡты йондоҙ булып балҡыны. Уның йәшендә донъяны шулай киң ҡоласлы, тетрәткес образдарҙа күҙаллаған, ҙур философтарса аңлатыу маһирлығына эйә булған башҡа берәүҙе башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, хатта бөтә донъя сәнғәтендә лә табыуы еңел түгелдер, моғайын.Быны раҫлау өсөн шағирҙың йөҙәрләгән шиғырҙарын миҫал итеп күрһәтергә булыр ине,”-ти уның ижадын өйрәнеүсе Риф ағай Мифтахов.
Уҡыусы уҡый.“Хыялым” шиғыры
Күккә осам, ерҙе ҡосам,
Бер минут тын тормайым,
Тауға баҫып, айға ашып,
Йырлайым да, йырлайым.
Ер йәме лә, ир йәне лә,
Тынғы бирмәй - саптыра,
Әллә ҡайҙа ашыҡтыра -
Тапмағанды таптыра.
Миңә ышан!
Тар бар йыһан,
Һәм һәр ҡайҙа һыямын.
Ерҙән оло,
Уттан йылы -
Шундай минең хыялым.
2-се алып барыусы.Әммә, үкенес, Рәшит Назаровтың аңлы тормошо ла, ижад юлы ла бигерәк ҡыҫҡа була . ”Мәңгелек ғаләм аҫтында сәйер донъяға һоҡланып бағып, ел иҫкәнгә, ҡош талпынғанға, ағастар япраҡ ярғанға ҡыуанып ҡарап, ул ни бары 21 йыл ярым ғына тулы ҡанлы тормош менән йәшәй алды, шул арауыҡтың да ни бары көсөргәнешле биш, уҙа барһа алты йылын ғына тотошлай ижад эшенә-шиғриәткә арнарға өлгөрҙө.Шағир ғүмеренең ҡалған өлөшө иһә... ҡараңғылыҡҡа убылды...”-тип яҙа шағир Әсхәл Әхмәтҡужин.
1-се алып барыусы.1966 йылдың яҙында, 22-һе тулғас, йәш шағир зәхмәтле психик сиргә юлыға, уны санитарҙар ауылына ҡайтаралар.Ваҡыт-ваҡыт хәле яҡшырып та ала, әммә мәкерле сир үҙенекен итә. Ижад эше туҡтала.Ул ғына ла түгел, нығытып сирләй башлаған шағир: “Һеҙ генә минең башыма еттегеҙ!”-тип әллә күпме ҡулъяҙмаларын утҡа яға. Шағир ауыр сиргә бирешеүен- яҙмыш фажиғәһен үҙе лә аңлай:
Уҡыусы уҡый.
Йылдар, йылдар, мәрхәмәтһеҙ йылдар
Ер аҫтына мине аттылар.
Бығау һалып хискә, аҡылыма
Тар төрмәгә илтеп яптылар...
Күгем бейек, офоғом киң ине,
Уйым яҡты ине көн кеүек,
Юлдарымды таң эсендә күреп,
Киләсәккә баҡтым елпенеп.
Юлдар миңә яҡын, таныш ине,
Мин атлыҡтым тыуыр көндәргә.
Ҡурҡытманы мине ҡара төндәр,
Ҡурҡытманы ыҙғыр елдәр ҙә.
Ер өҫтәндә урын тар инеме,
Яуыздар ҙа әллә бар инеме, -
Мин белмәйем, әммә бер заман
Ер өҫтәнән мине айырҙылар
Һәм мин киттем, гүйә, донъянан...
Яһалма ай бында, ялған ҡояш,
Миңә инде күптән ғазап юлдаш...
2-се алып барыусы.Рәшитте махсус йортҡа оҙатырға мәжбүр булалар.Бөйөк талант ғүмеренең аҙағына тиклем ошо йортта көн күрә.
Шағирҙың “Йөрәгемде һеҙгә илтәм” исемле өсөнсө китабы, икенсеһенән һуң 21 йыл үткәс, 1991 йылда ғына донъя күрә.
1-се алып барыусы.1994 йылда “Йәшен” тип аталған тағы бер йыйынтығы баҫыла.Шағир һүҙе, аҡылы һәр яңы йыйынтығында тағы ла сағыуыраҡ, тағы ла көслөрәк балҡыны.Дүрт юллыҡтары, ике юллыҡтары һәм башҡа бик күп шиғырҙары тәрән фәләсфәүи фекерҙәр менән һуғарылғайны. Әгәр Рәшит Назаров ғүмере буйына, ҡартайғансы ижад итһә,башҡорт әҙәбиәтенең алтын фонды уның ижады иҫәбенә генә лә тағы күпмегә байыр ине!
Биш ғүмерле кеше кеүекмен мин,
Аҙмы ялҡын, аҙмы ут яна...
Һәр бер таңда минең йөрәгемдә
Башланмаған ғүмер уяна.
Биш булмаһын, әйҙә, берәү булһын,
Ваҡ бәхеткә тик мин табынмам,
Үткән ваҡыт, минең өсөн үлеп,
Халҡым өсөн тыуыр яңынан!..(“Ғүмер”).
2-се алып барыусы.Уның тыуған яғына арналған шиғырҙары ла, мөхәббәт тураһындағылары ла бик күп. Тимәк, шул йәшендә ул мөхәббәттең әсе һәм татлы ғазаптарын да татып өлгөргән була шағир. Туған теленә дан йырлаған шиғырҙары халыҡ хәтеренә уйылырлыҡ.
Ә бына “Әсә һүҙҙәре” шәлкемен уҡып илһамланып, композитор Заһир Исмәғилев ғәжәйеп романстар ижад итә.
“Әсә һүҙҙәре”,“Ауылыма “, “Туған тел” шиғырҙарын уҡыусылар һөйләй.
Туған тел
Миңәме ни һине оноторға!
Туған телем, әсә һөтөләй,
Сафлыҡ бирҙең миңә, ҡеүәт бирҙең,
Ҡуша үҫтең йөрәк итемә.
Әйҙә юлдар алыҫ алып китһен,
Мин барыбер тыуған илемдә.
Тыуған илгә булған һөйөүемде
Әйтерем тик туған телемдә!
”Бер йыр” шиғырын Урал һәм Регина Шәймәрҙәновтар уҡыуында тыңлау.
2-се алып барыусы.“Шағир Риф Фәйзрахман улы Мифтахов Рәшит Назаров ижадын ентекләп өйрәнеүсе, тикшереүсе, уның ижади мираҫын йыйыусы тәүге әҙип. Уның тырышлығы менән Рәшит Назаровтың ике томлығы донъя күрҙе – шағир Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Ауырғазы районындағы башҡорт гимназияһына Рәшит Назаров исеме бирелде. Йыл һайын шағирҙың тыуған ерендә «Назаров уҡыуҙары» үткәрелә.Мәктәптә таҡтаташ ҡуйылды.
Рәшит Назаровтың тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә режиссер Гәүһәр Батталова, оператор Урал Ғатауллин ҙур өлөш индерҙе – улар, шағир ижадына арнап, «Йөрәк» исемле документаль фильм төшөрҙө. ”(Интернеттан алынды).
( Г.Батталова “Йөрәк” фильмы, 2005 йыл) https://youtu.be/kwhnLcknyG0
Фильмды уҡыусыларға өйҙә ҡарарға тәҡдим ителә, электрон көндәлеккә һылтанма ҡуйыла).
https://vk.com/video-166464109_456239062 – сара барышында алған белемдәрҙе йомғаҡлап ҡуйыу өсөн видеопрезентация ҡарау, уны Васильева Гөлназ Нил ҡыҙы әҙерләгән(Интернеттан алынды)- "Юҡ, мин бушҡа осоп уҙманым..."
Уҡытыусы.
Юлдарымды япҡан таш ҡатламдар
Ватылырҙар бер саҡ,
Ер өҫтөнә ҡалҡып мин сығырмын,
Тормош йәйер ҡосаҡ.
Кешеләргә ҡабат юлдар илтер...
Эйе, бөгөн Рәшит Назаровтың рухы ғына түгел, шиғриәте йондоҙҙарҙан бейегерәк күтәрелде, сөнки уның ижады теләһә ниндәй күңел ҡапҡаларын асып керә ала торған көслө, тәрән фекерле ижад. Шуға күрә уны олоһо ла, кесеһе лә яратып уҡый, фәһем ала, фекер төйнәй, телмәрендә уның һүҙен ҡуллана.Уҡыусылар,Рәшит Назаровтың ижад йондоҙлоғо һеҙҙең күңелегеҙгә лә яҡты нур үргәндер, тип ышанғы килә.